ҠЫРЛЫҠ (Spergula), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5—8 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер йыллыҡ яланғас йәки биҙле‑төклө үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки үрмәле, бейеклеге 15—100 см. Япраҡтары тар оҙонса (еп һымаҡ тиерлек), ҡапма‑ҡаршы, ваҡ аҡһыл-ярылы япраҡ ҡолаҡсындары м‑н, ҡуйынында ҡыҫҡа үренделәр бар. Сәскәләре ҙур түгел, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, 5 өлөшлө. Каса япраҡсалары ситтән ярылы, таждары бөтөн, аҡ төҫтә. Һеркәсе 5—10, емшәне бер оялы, 5 бағаналы. Сәскәлеге һирәк, оста урынлашҡан, тармаҡланған ярымсатырҙарҙан тора. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, 5 ҡапҡас м‑н асыла, июль—авг. өлгөрә; орлоғо ялпаҡ йәки тумалаҡ формаһында (эре Ҡ. — линза формаһында), ярылы ҡайма м‑н. Сәсеүлектәрҙә, ташландыҡ ерҙәрҙә, юл ситтәрендә үҫә. Башҡортостандың Урал алдында (далалы һәм ҡайһы бер урман‑дала райондарынан башҡа) һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (баҫыу Ҡ. һәм сәсеү Ҡ. иң бейек тауҙарҙа осрамай) таралған. Ҡый үләндәре. Баҫыу Ҡ. — мал аҙығы үҫемлеге; составында флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Р.Ғ.Миңлебаев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке