ҠАПҠАЕВ Ғиниәтулла (14.9.1856, Пенза губ. Саранск өйәҙе Ғайса а. — 21.3.1930, Өфө), дин әһеле. Ҡәҙимселек яҡлы. Ҡазан губ. Ҡашҡар а. мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң тыуған ауылында имам булып хеҙмәт итә. 1893—1917 йй. — Ырымбур мосолман диниә назараты (Диниә назараты ағзалары эшмәкәрлеген тикшерә һәм эш башҡарыусы була), 1920 йй. БАССР Диниә назаратының ҡазыйы була. Ҡ. 1914 й. исламды өйрәнеү, мосолман мәғарифын һәм хәйриәне үҫтереү өсөн асылған “Сырател-Мөстәҡим” (“Хаҡ юл”; С.‑Петербург) Бөтә Рәсәй мосолмандар союзына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Бер нисә тапҡыр хөкүмәткә ҡаршы берекмәләрҙе тәнҡитләп сығыш яһай. 1917 й. мартында Өфө губ. ком‑ты президиумы ҡарары м‑н хоҡуҡ һаҡлау органдары күҙәтеүе аҫтында була.

Әҙәб.: Фәхретдинов Р. Аҫар. 1‑се кит. Өфө, 2006. 

Д.Д.Азаматов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.