ЛОЦМАНОВ Юрий Александрович (10.10.1927, Ош ҡ. — 11.6.2016, Һарытау ҡ.), оториноларинголог. Мед. ф. д‑ры (1972), проф. (1975). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлаған (1950), 1951 й. алып шунда уҡ эшләй; 1973 й. башлап БДМИ‑ла: ректор, бер үк ваҡытта 1977 й. алып санитария‑гигиена һәм стоматология ф‑ттарының ЛОР‑ауырыуҙары каф. мөдире. 1983 й. алып Һарытау мед. ун‑тында: оториноларингология каф. мөдире, 1996 й. — уҡытыусы. Фәнни эшмәкәрлеге танау, йотҡолоҡ һәм тамаҡтың яман шештәре клиникаһына һәм дауалауға, ҡолаҡ, тамаҡ һәм танауҙы аутогем‑, магнит‑, УФ‑, лазер терапияһы файҙаланып медикаментоз булмаған дауалауҙы камиллаштырыуға арналған. Л. ҡатнашлығында балаларҙа аденоидитты, вазомотор ринитты һәм риносинуситты, хроник тонзиллитты дауалау ысулдары эшләнә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. Оториноларингологтарҙың Һарытау өлкә йәмғиәте идараһы рәйесе (1992 й. башлап). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика