ҠЫРҠЪЯПРАҠ (Sanguisorba), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда шифалы Ҡ. үҫә. Горизонталь йыуан ағас һымаҡ тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ҡырлы, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, аҫҡыһында — ерән төктәр м‑н йөнтәҫләнгән, бейеклеге 20—100 см. Япрағы ишһеҙ ҡыйғас япраҡ, тамыр янындағылары оҙон һаптарҙа, өҫкөһө — ултырма; япраҡсалары өҫ яҡтан ялтыр, аҫтан — күгелйем‑йәшел, оҙонса‑йомортҡа формаһында, бысҡылы. Сәскәһе ваҡ, көрәнһыу‑ҡыҙыл йәки ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтә ҡуйы баш һымаҡ сәскәлеккә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — күп сәтләүекле, авг.—сент. өлгөрә. Республиканың бөтә терр‑яһында болондарҙа, ҡайын‑уҫаҡ урмандарында, ҡыуаҡлыҡтарҙа үҫә. Составында С витамины, дуплаусы матдәләр, каротиндар, сапониндар, флавоноидтар бар; медицинала һәм халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Йәш япраҡтарын аҙыҡ итеп ҡулланалар. Декоратив үҫемлек, мал аҙығы үҫемлеге, баллы үҫемлек.

Ф.К.Фазылйәнова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.