ЛОХКОВ ЯРУСЫ, девондың аҫҡы бүлегенең түбәндәге беренсе бүлексәһе. Силурҙың пржидоль ярусында ята, прага ярусы м‑н ҡапланған. Кручек тарафынан айырып күрһәтелә (1877), Чехиялағы Лохков а. исеме м‑н аталған. Стратотибы һоро, ҡуйы һоро аргиллиттарҙан, эзбизташ һәм алевролит ҡатыш мергелдәрҙән тора; ҡалынлығы 300—400 м. Наутилоидейҙар, брахиоподтар, остракодтар, табулятоморфлы һәм 4 нурлы мәрйендәр хас. Үҫемлектәре ташҡа әйләнгән псилофиттарҙан, абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтарҙың ҡалдыҡтарынан ғибәрәт. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә Л.я. ултырмалары сийәк, шерлубай горизонттарына бүленә һәм 300 м тиклем ҡалынлыҡтағы риф эзбизташтарынан тора (Бөрйән р‑нында Ағиҙел й. үҙәне), көнсығыш битләүендә — 150 м тиклем ҡалынлыҡтағы балсыҡлы‑кремнезёмлы һәүерташтарҙан ғибәрәт.

В.А.Маслов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика