ЛОТФУЛЛИН Рәмил Йәүәт улы (27.4.1952, Хабаровск крайы Днепровский ҡсб), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1998). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (1980 й. алып “Тантал” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында). 1986 й. башлап Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1989 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2005 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2007 й. — баш ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — лаб. мөдире; бер үк ваҡытта 2002 й. башлап ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре материалдарҙың үтә һығылмалы деформацияһын өйрәнеүгә арналған. Л. тарафынан ныҡлы фазалы берләшмәләр барлыҡҡа килеү процесының механизмдары тикшерелә, бөртөксә‑сик шыуып үтеүҙең материалдарҙың ҡаты хәлдә иреп йәбешеүсәнлеге артыуына тәьҫир итеүе асыла. Л. етәкс. түбән т‑ралағы үтә һығылмалылыҡ эффектын файҙаланып, наноструктураланған титан иретмәләрен баҫым аҫтында иретеп йәбештереүҙең фәнни нигеҙҙәре һалына; үтә һығылмалы ҡалыплауҙы һәм баҫым аҫтында иретеп йәбештереүҙе берләштереү юлы м‑н ҡатмарлы формалағы эсе ҡыуыш изделиеларҙы яһау өсөн интеграль технологиялар эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 43 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Ячеистые конструкции. Снежинск, 2008 (авторҙ.).

В.В.Астанин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика