ҠЫРҠБЫУЫН ҺЫМАҠТАР (Equisetophyta, йәки Sphenophyta), юғары төҙөлөшлө споралы үҫемлектәр бүлеге. Хәҙ. (ҡырҡбыуындар) һәм ҡаҙылма (шына япраҡлы, йәки сфенофиллалар) үҫемлектәр кластарын берләштерә. 29 төрө билдәле, Австралия һәм Яңы Зеландиянан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ҡырҡбыуын затына ҡараған 8 төрө бар. Тармаҡлы йәйелеүсән тамырһабаҡлы һәм бер, һирәгерәк күп йыллыҡ ер өҫтө үренделе күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары буй бураҙналы, суҡлы-тармаҡлы, һирәгерәк ябай, быуындарҙан һәм ҡыуыш быуын араларынан тора; йәшел (фотосинтезлаусы), хлорофилһыҙ, споралы (тиҙ үлә) йәки йәшел вегетатив (ҡайһы бер төрҙөкө ҡышлай). Һабағы ҡалын көбөндә кремнезём ултырмалары булған эпидермис м‑н ҡапланған, уйпатлыҡтарында ауыҙсалары урынлашҡан; үҙәк цилиндрының эсе ҡыуыш. Ҡабығында һауа йөрөү өсөн эре ҡыуышлыҡтар, күп һанлы күҙәнәк аралары бар; үткәреүсе бәйләмдәре ябыҡ, колатераль. Япраҡтары редукцияға бирелгән (ҡаҙылма Ҡ.һ. еп һымаҡ һәнәк тармаҡлыларҙан алып яҫы көрәк йәки бөтөн формаға тиклем). Спорангийҙары оҙон, алты мөйөшлө ҡалҡан һымаҡ спорангиофорҙарҙа (улар күпселек төрҙәрҙә төп үренделә үҫкән башаҡ һымаҡ ос стробилдарына йыйылған) урынлашҡан. Тигеҙ споралылыҡ хас; споралары ваҡ, күп һанлы, өс ҡатлы тышсалы, тышҡы ҡатламының споралар массаһын кәүшәкләндереүсе һәм төйөрҙәргә беркетеүсе ике гигроскопик пружинаһы (элатера) бар. Гаметофиты (үрсеме) ризоидлы, йәшел төҫтә, бер йәки ике енесле; инәләре – эрерәк, нығыраҡ бүлгеләнгән. Һыу булғанда аталана; зиготанан диплоид спорофит формалаша. Тамырһабаҡ өлөштәренән, ҡайһы бер төрҙәрҙә ш. уҡ бүлбенән вегетатив үрсей. Урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, йырындарҙа, һаҙлыҡтарҙа, аҡландарҙа, болондарҙа, ҡомда, ҡырсынташлыҡта һ.б.; баҫыу ҡырҡбыуыны — сәсеүлектәрҙә, парктар һәм баҡсаларҙа, пар баҫыуҙарында үҫә. Мал аҙығы үҫемлектәре, ағыулы үҫемлектәр. Баҫыу ҡырҡбыуыны — дарыу үҫемлеге; тармаҡлы ҡырҡбыуын, ҡышлаусы ҡырҡбыуын, ҡамыш һымаҡ ҡырҡбыуын — һирәк осраған үҫемлек төрҙәре (ҡара: Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре).

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке