ЛОТФУЛЛИН Әхмәт Фәтҡулла улы (4.2.1928, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Әбйәлил а., хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а., — 10.7.2007, Өфө, БР‑ҙың Белорет р‑ны Абҙаҡ а. ерләнгән), рәссам. Рәсәй художество акад. академигы (1997). СССР‑ҙың (1989) һәм РСФСР‑ҙың (1982) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1960). Ленинград архитектура‑художество уч‑щеһын (1948; педагогтары Т.Говорова, Н.Кашинцев), Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1951; педагогтары Б.Ф. Лалетин, А.Э.Тюлькин) тамамлаған, 1951— 54 йй. Литва художество ин‑тында (Вильнюс) уҡыған. 1993—2003 йй. ӨДСА‑ла уҡыта.

20 б. 2‑се ярт. Башҡортостандың һынлы сәнғәтендә үҙәк фигураларҙың береһе булып тора. Л. ижадында төрлө жанрҙарҙың һәм темаларҙың тәбиғи берләшеүе күҙәтелә. Художество теленә күп төрлө композициялар һәм һүрәтләү алымдары, реализм традицияларының хәҙ. заман сәнғәтендәге новаторлыҡ тенденциялары һәм халыҡ ижады традициялары м‑н ярашыуы хас.

Портреттарында башҡ. халҡының бөтә ҡатлам вәкилдәре булған һәм милли характерҙың төрлө яҡтарын сағылдырған образ‑типаждар кәүҙәләндерелә: “Әсә” (1957), “Башҡорт ҡатыны” (1958), “Мөхтәр исемле малай” (1962), “Колхозсы Ишбикә апай” (1968), “Ветеран С.Ниғмәтуллин”, “М.И.Калинин исемендәге колхоздың алдынғылары” (икеһе лә — 1974), “Атай” (1991). Һ.Л.Дәүләтшина (1958), М.А.Буранғолов (1969), Р.Т.Бикбаев (1972), З.А.Биишева (1977), М.Кәрим (1978), Ә.Х.Ситдиҡова (1979) портреттарында авторҙың талант, ижади шәхестең үҙенсәлеге, башҡ. мәҙәниәтендә уның тотҡан урыны т‑да ҡарашы сағыла. “Алтын көҙ” (1968), “Ғаилә” (1974), “Колхозсы Рәжәп ғаиләһе” триптихы (1974) әҫәрҙәрендә портрет һәм тормошкөнкүреш жанры һыҙаттары берләштерелгән. Л. жанрлы рәсем сәнғәте башҡ. халҡының тарихын һәм хәҙ. тормошон сағылдыра. Халыҡ байрамы темаһы ҙур урын биләй: “Башҡортостандың Урал аръяғы. Һабантуйға” (1964), “Ауылда Беренсе май. 1930‑сы йылдар” (1969), “Һабантуй” (1977) һ.б. “Өмөт. 1941 йыл” (1970), “Хушлашыу” (1973), “Фронтҡа оҙатыу” (1979) эштәрендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы халыҡ ҡаһарманлығының рухи- әхлаҡи сығанаҡтары сағылдырылған. “Шәйехзада Бабичҡа арнау” (1988), “Тыуған ил менән хушлашыу. Салауат” (1990), “Граждандар һуғышы” (1991) картиналары ҡыйыу трагизм м‑н һуғарылған. “Иҫке тимерлек” (1971), “Алтын туй” (1979), “Аҡ тирмә” (1989) рәсемдәрендә ауыл тормошоноң үҙенсәлектәре күрһәтелгән. Л. иң әһәмиәтле үҙәк әҫәрҙәренең береһе “Өс ҡатын” (1969) картинаһында милли көнкүреш өсөн ғәҙәти сәй эсеү күренеше быуындарҙың рухи яҡынлығы, милли традицияларҙың күсәгилешлелеге т‑да фәлс. ғибрәтле хикәйәгә әйләнә. Дини тема милли-тарихи яҡтан асылған: “Мәсет янында митинг” (1980), “Алланан ямғыр һорау” (1994). “Орсоҡтағы иҫке йорт” (1974), “Августа бесән ваҡыты” (1989) пейзаждарында тыуған яҡтың эпик образы һынландырылған. Натюрморт жанрында ижад ителгән эштәрендә (“Көршәк менән натюрморт”, 1970; “Ҡатыҡ менән натюрморт”, 1974) ауыл тормошо сағыла, уларҙа йыш ҡына башҡа жанрҙар, ш. иҫ. интерьер жанры, м‑н берләшә (“Иҫке мейес”, 1972; “Башҡорт интерьеры”, 1974). Станокта башҡарылған графика өлкәһендә эшләй (“Тимерлек ҡоралы менән натюрморт”, 1969; “Ҡарт алмағас”, 1973; икеһе лә — ҡағыҙ, ҡәләм; “Буранғолдан башҡорт ҡатыны”, ҡағыҙ, акв., 1980). “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995).

1957 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 20‑нән ашыу шәхси күргәҙмәһе (1957 й. алып) Өфө, Ҡазан, Магнитогорск, Мәскәү, С.‑Петербург, Сибай һәм башҡа ҡҡ. үтә. Эштәре БДХМ, Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус музейы (С.‑Петербург) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә музейҙар, галереялар һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1982). Нуғай а. (Өфө составында), тыуған ауылындағы урамдарға Л. исеме бирелгән; Өфөлә ул йәшәгән йортҡа, Абҙаҡ а. уның исемен йөрөткән мәктәп бинаһына барельефлы мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: А.Лутфуллин. Люди советской Башкирии: альбом /авт.‑сост. А.Г.Янбухтина. М., 1978; Попова Л.Н. Ахмат Лутфуллин: жизнь и творчество. Уфа, 2007.

Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: 1. Ә.Ф.Лотфуллин.

2. Ә.Ф.Лотфуллин. Ауылда Беренсе май. 1930‑сы йылдар. 1969. БДХМ

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика