ҠЫРҘАС, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ҡырҙас а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 26 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) 73 км алыҫлыҡта Ҡырҙас й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 491 кеше; 1920 – 585; 1939 – 381; 1959 – 363; 1989 – 506; 2002 – 654; 2010 – 656 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 30‑сы йй. башында Верхнеурал өйәҙе Түңгәүер улусының Ишҡол а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Сауҡалы исеме м‑н теркәлгән. 1866 й. 52 йортта 360 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. М.Ф.Хисмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.