Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/K/KAHIM_TURE_noty.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/K/KAHIM_TURE_noty.jpg'

“ҠАҺЫМ ТҮРӘ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков Орск өйәҙе Темәс а. (Баймаҡ р‑ны) ҡурайсы Бирғәленән һәм йырсы Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтырып сығара. Йырҙың варианттары Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, И.В.Салтыков, Ғ.З.Сөләймәнов тарафынан яҙып алына. Лирик‑эпик характерҙағы йыр. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашҡан башҡ. полкы ком. Ҡаһым Мырҙашевҡа (1778— 1814) арналған, ул Нуғай даруғаһы Юрматы улусының Айыусы а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) тыуып үҫкән. Фараздарҙың береһе б‑са, йырҙы Ҡаһым үлгәндән һуң яуҙаштары ижад иткән, икенсе фараз б‑са, көнләшеүселәре тарафынан ағыуланған Ҡаһым үҙе үлер алдынан йыр сығарып, әсәһенә йырлап ишеттергән. “Ҡ.т.” көйө 2 октаваны үҙ эсенә ала, метры һәм ритмы төрлөсә ҡоролған, бай орнаментланған, башлыса кварта һәм секста интервалдарына һикерештәрҙән тора.

Башҡарыусылар араһында И.И.Дилмөхәмәтов, Р.С.Ишбаев, З.Ғ.Мәхмүтов, А.А.Солтанов, Ғ.Ғ.Хәмзин. Е.Н.Земцов, Б.И.Шестаков тарафынан хор (а cappella) өсөн, В.А.Белый, В.И.Виноградов, А.Р.Хәлфетдинов тарафынан тауыш һәм фп. өсөн эшкәртелгән. Йыр Х.Ф.Әхмәтов һәм Р.Ә.Мортазин тарафынан “Совет Башҡортостаны” (“Советская Башкирия”) документаль фильмы музыкаһында, Ключарёвтың Ҡыллы квартетында, М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейконың “Айһылыу” операһында, З.Ғ.Исмәғилевтең ш. уҡ исемле операһында ҡулланылған.

Әҙәб.: Фоменков М.П. Башкирская народная песня. Уфа, 1976.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.