ҠЫРҒЫҘ-БАШҠОРТ СОВЕТ РЕСПУБЛИКАҺЫ (ҠБСР), РСФСР составында башҡорт һәм ҡаҙаҡтарҙың (20 б. 1‑се сирегенең аҙағына тиклем урыҫ сығанаҡтарында ҡырғыҙҙар тип йөрөтөлгәндәр) ниәт ителгән милли дәүләтселеге формаһы. ҠБСР ойоштороу проекты Ә.И.Бикбауов, Ә.Ә.Вәлидов, Х.Й.Йомағолов һәм А.К.Әҙеһәмовтың 1919 й. 4 июнендәге В.И.Ленинға һәм И.В.Сталинға яҙған хатында, Вәлидовтың (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Әҙеһәмовтың) 1919 й. 13 дек. Ленинға ебәргән доклад яҙмаһында күрһәтелгән; 1919 й. дек. аҙ. Мәскәүҙә АСБР (Вәлидов, Ә.Ә.Каспранский, Ф.М.Сөләймәнов һәм Әҙеһәмов), Өфө губернаһы (Б.М.Эльцин), Ҡырғыҙ крайы, Ырымбур губернаһы, Төркөстан АССР‑ы, Бөтә Рәсәй ҮБК, Көнсығыш коммунистары бюроһы вәкилдәре делегацияһы ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә тикшерелә. Проект 14 пункттан торған һәм респ. терр., сәйәси, иҡт. нигеҙҙәрен билдәләгән. ҠБСР‑ҙы АСБР, Ҡырғыҙ крайы һәм Ырымбур губ. нигеҙендә (адм. үҙәге — Ырымбур ҡ.) ойоштороу күҙ уңында тотолған. Респ. органдарында башҡорт һәм ҡаҙаҡтарҙың һаны тигеҙ булыу принцибы ҡаралған. Респ. иҡт. (халыҡ хужалығының бөтә өлкәләренең һәм финанстарҙың респ. органдары ҡарамағында тупланыуы), сәйәси (властың респ. һәм үҙәк органдарында үҙ-ара вәкиллеге) һәм хәрби (ҠБСР терр‑яһында милли башҡ. һәм ҡаҙаҡ хәрби берләшмәләрен булдырыу, респ. хәрби комиссариаты ҡарамағынан башҡорт һәм ҡаҙаҡ булмаған халыҡты сығарыу) эшмәкәрлек өлкәләрендә киң хоҡуҡ бирелгән. ҠБСР‑ҙы төҙөү проекты 1919 й. 16 дек. кәңәшмәлә кире ҡағыла.

Әҙәб.: Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.3. Ч.2. Уфа, 2006.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. В.Х.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.