ҠАҺАРМАНОВА Рәзинә Дәүләт ҡыҙы [12.11.1931, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Ҡашҡалаша а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны)], актриса, театр эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1971). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1951; К.Ф.Ғәҙелшин, В.Ғ.Ғәлимов курсы). 1951—2004 йй. Сибай башҡ. драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1975—87 йй. директоры. Актриса башлыса комик ролдәр, соц. үткерлек, халыҡ юморы, милли колорит м‑н айырылып торған образдар ижад итә. Төп ролдәре: Сәрүәр (“Башмағым”), Кисельникова (“Упҡын” — “Пучина”, А.Н.Островский), Фёкла Ивановна (“Өйләнеү” – “Женитьба”, Н.В.Гоголь) һ.б. Ул Сибай башҡорт драма театрында эшләгән осорҙа коллективтың БАССР һәм РСФСР ҡалалары буйлап отчёт гастролдәренә сығыу традицияһы барлыҡҡа килә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе” (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке