АЛТЫНБАШ (Trollius), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда европа А. таралған. Бейеклеге 30—60 см булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай (ҡайһы ваҡыт аҙ тармаҡлы), һутлы, шыма. Тамыр эргәһе япрағы эре, бармаҡ бүленешле, һабағыныҡы ултырма, сиратлы. Сәскәһе эре, күп осраҡта яңғыҙ, гомогам, һары йәки алтын һары, тумалаҡ. Май—июндә сәскә ата. Емеше күп япраҡлы, июнь—июлдә өлгөрә. Аҡлан, урман ситтәре, дымлы болон, ҡыуаҡлыҡ, дала сауҡалыҡтарында үҫә. Респ. бөтә терр‑яһында таралған, әммә көньяҡта һирәк осрай. Декоратив, баллы, ағыулы үҫемлек. Составында алкалоидтар, каротиноидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында һәм халыҡ ветеринарияһында ҡулланыла. Европа А., азия А. һәм ҡытай А. эре сәскәле гибридтары декоратив үҫемлек булараҡ үрсетелә.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018