“ЛОТО-СЕРВИС”, ЯСЙ, тиражлы һәм тиражһыҙ бөтә Рәсәй һәм төбәк лотереялары үткәрә. Өфөлә урынлашҡан. Составына Белорет, Бәләбәй, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ. филиалдар инә. 2011 й. 46 кеше эшләгән. Пр‑тие лотерея билеттары тарата һәм отош өсөн түләүҙе тормошҡа ашыра. 1971 й. БАССР, ТАССР һәм Ырымбур өлк. лотереялар уҙғарыу өсөн Башҡ‑н респ. зона спорт лотереялары идаралығы булараҡ ойошторола, 1988 й. алып Башҡ‑н респ. спорт лотереялары пр‑тиеһы, 1992 й. — ДУП, 2001 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

 А.К.Гончаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика