ҠАҺАРМАНОВА Баныу Латиф ҡыҙы (7.10.1973, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Озёрный ҡсб), журналист. БР‑ҙың атҡ. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм-ре (2015). Журналистар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1998). 1994 й. алып “Аманат” ж. мөхәррире, 1998 й. — Озёрный урта мәктәбенең дир. урынбаҫары. 1999 й. башлап “Яйыҡ” гәз. хеҙм‑ре: 2000 й. — хәбәрсе, 2002 й. авг. — яуаплы секретарь; 2002 й. дек. алып “Серп и молот” (“Ураҡ менән сүкеш”; ҡара: “Учалинская газета”), 2006 й. — “Йәшлек” гәз. хәбәрсеһе. Соц. темаларға мәҡәләләр серияһы авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2008).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке