ЛОТНИК Сергей Викторович (3.8. 1950, Краснодар крайының Северская станицаһы), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1993). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1972). 1974 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй: 1985 й. башлап өлкән, 1994 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 1994 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре уран һәм ксенондың электронлы‑ҡуҙғытылған берләшмәләре ҡатнашлығында шыйыҡ фаза һәм түбән т‑рала ҡаты фазалы процестарҙы, күп компонентлы туңдырылған системала фазалар күсеше кинетикаһын, Фарадейса булмаған электролизды, юғары т‑ралы юғары үткәреүсәнлекте өйрәнеүгә арналған. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм: Низкотемпературная хемилюминесценция. М., 1987 (авторҙ.).

В.П.Казаков

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

 

 

 

Яндекс.Метрика