ҠАҺАРМАНОВ Нурулла Фәрит улы [10.2.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ыҫлаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 9.10.1996, Өфө], тау инженеры. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), техник ф. д‑ры (1984), проф. (1985). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1978), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1967), РФ‑тың Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1952) Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1960 й. алып һәм 1988—96 йй. лаб. мөдире, 1970 й. — баш инженер, 1980 й. — дир., 1984 й. — фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге тау тоҡомдарының емерелеү механикаһын тикшереүгә, быраулау техникаһы һәм технологияһына арналған. Ҡ. етәкс. горизонталь быраулау өсөн технология һәм роботлаштырылған аппарат (бурробот); керн сығарыу өсөн забой двигателдәре, техник саралар һәм башҡа нефть промыслаһы инструменттары, ш. иҫ. алмас бырауҙар эшләнә. Уның ҡатнашлығында нефть ятҡылыҡтарын күп скважиналы өйкөмдәр м‑н быраулау, ҡороу һәм эшкәртеү ысулы (“өйкөм ысулы”) уйлап табыла һәм индерелә. Асыштары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелгән. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Алмазное бурение скважин. Уфа, 1962 (авторҙ.); Индустриально‑комплексный метод разработки нефтяных месторождений. Уфа, 1980 (авторҙ.); Новые методы бурения скважин в Башкирии. Уфа, 1982 (авторҙ.).

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке