ҠЫРҒЫҘ, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡаҙыҡай‑Ҡ., тәңкәй‑Ҡ. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азия төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡырғыҙ” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, тываларҙа, үзбәктәрҙә билдәле. Ҡ. формалашыуына уларҙың б.э. 2‑се мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар мөхитендә булыуы йоғонто яһай. 13—14 бб. ҡәбилә Сөн й. һәм Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) түбәнге һәм урта ағымы басс., Ыҡ й. Өҫән й. ҡушылған урында таралып ултыра, бында улар гәрә, йылан, йәнәй һ.б. ҡәбиләләр м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Ҡазан даруғаһының Ҡырғыҙ улусын тәшкил итә. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында 113 йорт иҫәпләнгән. 18—19 бб. башында Ҡ. йәшәгән терр‑я Бәләбәй өйәҙенә һәм Бөрөөй әҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5‑се (артабан 10‑сы, 11‑се), 11‑се (12‑се) һәм 10‑сы (12‑се, 13‑сө) башҡ. кантондарына (1798—1854 йй.) инә. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я БР‑ҙың Баҡалы, Илеш, Краснокама, Туймазы, Шаран р‑ндарына, ТР‑ҙың Баулы, Туҡай р‑ндарына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.