ЛОСИЕВСКИЙ Владимир Степанович (1808, Чернигов губ. — 1891), урыҫ яҙыусыһы. 50 йылға яҡын Өфөлә йәшәй, ер үлсәүсе булып эшләй. Байтаҡ гербарийҙар йыйған, метеорология м‑н шөғөлләнгән. 40—50 йй. “Оренбургские губернские ведомости”, “Уфимские губернские ведомости” гәз. уның Башҡортостанға арналған “Айыуға ялбарыусы башҡорт” (“Умаливающий медведя башкирец”), “Ҡорманай мәмерйәләре һәм уларҙың ер аҫты күлдәре” (“Курманаевские пещеры и их подземные озёра”), “Аҡкүл” (“Озеро Аккуль”) һ.б. хикәйәләре, очерктары; тарихи‑геогр. мәҡәләләре баҫтырыла.

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика