АЛТЫНБАЕВ Ғәли Мансур улы (19.11.1956, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Аллағыуат а.), баянсы. БР-ҙың атҡ. (1994) һәм халыҡ (2012) артисы. Салауат музыка уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1977; Н.А.Гредин класы) 1978 й. тиклем музыка мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта район мәҙәниәт йортоноң (Мәләүез ҡ.) халыҡ бейеүҙәре ансамбле аккомпаниаторы-концертмейстеры, 1989 й. алып Башҡ. филармонияһында. А. күп ҡырлы аккомпаниаторлыҡ һәләте ҡабатланмаҫ оригиналлек, виртуоз техника м‑н берлектә сағыу импровизациялылыҡ, стиль һәм ансамблде нескә тойоу м‑н айырылып тора. Уйнауына теүәллек, хислелек, артистизм хас. И.М.Ғәзиев, Х.Ә.Ишбулдин, Ф.Ә.Килдейәрова, Н.Ж.Ҡадирова, Ф.З.Сәлихов, В.Ғ.Хызыров, Й.Ә.Әбделмәнов м‑н сығыш яһай. Рәсәй, Австрия, Германия, Италия, Корея, Филлипин, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.