ҠАҺАРМАН, Белорет р‑нындағы ауыл, Үҙән а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Белорет т. юл ст. 52 км һәм К.‑Көнб. табан 64 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 352 кеше; 1920 – 471; 1939 – 279; 1959 – 433; 1989 – 619; 2002 – 548; 2010 – 432 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусының Юнай а. (хәҙ. Әбйәлил р‑ны Юлдаш а.) башҡорттары 1834 й. үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡаһарман Юнаев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ҡотҡор исеме м‑н теркәлгән. 1866 й. 30 йортта 131 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. Ауыл эргәһендәге Ҡотҡор төбәге – тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке