ҠЫРҒАЯҠТАР (Myriapoda), быуынтығаяҡлылар бүлеге. Иренаяҡлылар, ике пар аяҡлылар, пауроподтар һәм симфилалар кластарына ҡараған яҡынса 15 мең төрө билдәле; бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 15 төрө бар. Бер нисә мм алып 25 см тиклем оҙонлоҡтағы кәүҙәһе баштан һәм аҙ айырымланған кәүҙәнән (күкрәк бүлеге юҡ) тора. Башында бер, бер нисә ябай йәки ҡатмарлы күҙ, 1 пар мыйыҡ һәм 3 пар яңаҡ урынлашҡан. Кәүҙә сегменттары күп һанлы, гомо- йәки гетероном; аяғы 8 быуынтыҡлы, тырнаҡлы (иренаяҡлыларҙа беренсе пары аяҡ-яңаҡҡа әүерелгән). Ике пар аяҡлыларҙа кәүҙәнең икенсе-дүртенсе сегменттарында 1‑әр, артабанғыларында 2-шәр пар аяҡ. Аш һеңдереү системаһы 2 пар шайыҡ биҙе м‑н; бауыры юҡ. Трахеялар м‑н тын ала. Бүлеп сығарыу системаһы мальпиги көпшәләренән тора. Айырым енесле, иренаяҡлыларҙа енси ағзалары арттан икенсе, башҡаларында — кәүҙәнең 2‑се йәки 3‑сө сегментында. Аталаныу эстә һәм тышта була, ҡауышҡанда ата зат сперматозоидлы муҡсаны аяғы менән инә заттың енси юлдарына күсерә. Йомортҡаларын өйкөмләп тупраҡҡа йәки ағас ҡайырының ярығына һала. Ҡойолған үҫемлектәр, иренаяҡлылар — күбәләк ҡарышлауыҡтары, ҡандалалар һ.б. м‑н туҡлана. Урман түшәмәһендә, тупраҡтың өҫкө ҡатламдарында, таш аҫтарында тереклек итә, тупраҡ яһау процесында ҡатнаша.

В.А.Книсс, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.