“ҠАҺАРМАН КАНТОН”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр И.В.Салтыков тарафынан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫтырыла. “Ҡ.к.” варианттарының артабанғы яҙмаларын А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский башҡара. Бейеү көйө характерындағы шаян йыр. Тарихи шәхес – 9‑сы башҡ. кантоны башлығы Ҡаһарман Ҡыуатовҡа (ҡара: Ҡыуатовтар) арналған. Киңерәк таралған вариантында идара итеүҙең кантон системаһы бөтөрөлгәндән һуң, кәләше Шәһиҙә штатский кешегә кейәүгә сыҡмайым тигәс, Ҡаһармандың хәрби формаһын штатский кейеменә алмаштырырға теләмәй йөрөүенән көләләр. Көйө аҙ орнаментлы, ҙур булмаған диапазонлы, ике өлөштән тора (йырҙың башы оҙон көй стилендә, ҡушымтаһы етеҙ башҡарыла). Йырҙың Ҡаһарман м‑н ҡатыны Шәһиҙә араһындағы диалог рәүешендәге варианты ла бар. Башҡарыусылар араһында В.Ғ.Мостафин, Т.Х.Үҙәнбаева. Әхмәтов тарафынан тауыш һәм фп. өсөн, М.З.Бәширов тарафынан хор (a cappella) өсөн эшкәртелгән.

Әҙәб.: Галин С.Ә. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. Өфө, 1996; Хөсәйенов Ғ. Әҫәрҙәр. 3 томда. 1‑се т. Ил азаматтары. Өфө, 1998; Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.

 

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Ноталар

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.