ЛОПУХОВА Ольга Борисовна (12.6. 1952, Тамбов ҡ.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980). Воронеж сәнғәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1976; Н.В. Дубинский курсы) Воронеж йәш тамашасы театры, 1977 й. алып Таганрог драма театры, 1980 й. — Респ. урыҫ драма театры (Грозный), 1981 й. — БР Урыҫ драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта ӨДСА‑ла уҡыта (1991— 2003). Репертуарында лирик, драматик, комик һәм киҫкен характерлы ролдәр: Надежда (“Һуңғылар” — “Последние”, М.Горький; дебют, 1976, Воронеж йәш тамашасы театры), Шарлотта (“Сейә баҡсаһы” — “Вишнёвый сад”), Елена Андреевна (“Ваня ағай” — “Дядя Ваня”; икеһе лә — А.П.Чехов), Агафья Тихоновна (“Өйләнеү” — “Женитьба”, Н.В.Гоголь), Коринкина (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”, А.Н. Островский), Людмила (“Люти”, А.А.Дударев) һ.б.

Әҙәб.: Латипов-Догадов В. мәҡ. ҡарағыҙ.

Т.П.Абросимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика