ҠЫРАУ, метеорологик күренеш, көндөҙ йылы булғанда кисен йәки төндә ер өҫтөндәге йәки тупраҡтағы һауа т‑раһының 0°С түбән төшөүе. Ҡ. төшөү ихтималлығы һауаның дымлылығы кәмегәндә, көсһөҙ ел иҫкәндә һәм болотһоҙ осраҡтарҙа арта. Барлыҡҡа килеүе б‑са адвектив, радиация һәм адвектив‑радиация Ҡ. айырыла. Адвектив Ҡ. башҡа райондарҙан (йышыраҡ Арктиканан) һалҡын һауа массалары кергәндә (адвекция) төшә, болот һәм көслө ел ваҡытында ла булырға мөмкин; радиация Ҡ. тотороҡло антициклон шарттарында барлыҡҡа килә, был ваҡытта төнөн көслө нурланыш була, шул сәбәпле тупраҡ, үҫемлектәр һәм һауа һыуына; адвектив‑радиация Ҡ. һыуытҡанда барлыҡҡа килә. Ваҡытына ҡарап яҙғы һәм көҙгө Ҡ. айырыла. Иң һуңғы яҙғы һәм иң иртә көҙгө Ҡ. араһындағы ваҡыт йылы (ҡырауһыҙ) осор тип атала. Ҡ. көсө һәм дауамлылығы рельеф формаларына, тупраҡтағы дым миҡдарына, урындағы микроклимат үҙенсәлектәренә бәйле. Йышыраҡ уйһыулыҡтарҙа, тау араларында ятҡан тәрән соҡорҙарҙа, урман аҡландарында күҙәтелә. Ҡ. а.х. культураларының уңышын кәметеүе мөмкин. Үҫемлектәрҙе Ҡ. һаҡлау саралары: ер өҫтөнә төтөн ебәреү, үҫемлектәрҙе ҡаплау, киске һыу һибеүҙәр һ.б. Ауыл хужалығы культураларының иртә өлгөрөүсе сорттарын үҫтереү, һалҡынға тотороҡло үҫемлектәр селекциялау, калийлы ашламалар файҙаланыу, агротехник сараларҙы ваҡытында үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостан терр‑яһында башлыса адвектив‑радиация Ҡ. күҙәтелә. Уртаса күп йыллыҡ күҙәтеү һөҙөмтәләре б‑са һуңғы Ҡ. 13 май — 2 июнь, тәүге Ҡ. 30 авг. — 28 сент. төшә. Башҡортостандың Урал алдында йылы (ҡырауһыҙ) осор уртаса 91 көндән (Ямаш метеостанцияһы) 133 көнгә тиклем (Бөрө метеостанцияһы), Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында — 89 көндән (Йылайыр метеостанцияһы) 107 көнгә тиклем (Учалы метеостанцияһы), Башҡортостандың Урал аръяғында 131 көн (Аҡъяр метеостанцияһы) дауам итә. Респ. Ҡ. төшөү осрағының дауамлылығы уртаса күп йыллыҡ күҙәтеү һөҙөмтәләре б‑са яҙ көнө — 44 көн (Оло Теләк метеостанцияһы), көҙ көнө — 31 көн (Ямаш). Иң һуңғы яҙғы Ҡ. 1975 й. 25 июнендә (Ямаш), иң иртәһе — 1972 й. 30 июлендә (Архангел метеостанцияһы) теркәлгән.

Т.И.Власова

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке