ҠЫРАҠА ТЕКТОНИК КОМПЛЕКСЫ, Бөрйән р‑ны Байназар а. киңлегенән Белорет р‑ны Сермән а. киңлегенә тиклем төньяҡ‑көнсығышҡа табан һуҙылып Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны яҡынса 800 км2. 4 ҙур тау тоҡомо массивы айырыла: Төньяҡ, Үҙән, Урта һәм Көньяҡ Ҡыраҡа. Массивтарҙың формаһы изометрик, эллипсоидҡа яҡын. Массивтар башлыса ультраһелтеле тоҡомдарҙан — дунит, пироксенит һ.б. тора; сикләнгән һанда амфиболит, габбро, долерит бар. Тыштан массивтар серпентинит меланжы м‑н солғанған. Ҡ.т.к. ультраһелтеле тоҡомдары һәм уларҙы һыйындырған ордовик, силур, девондың ултырма һәм вулканоген‑ултырма ҡатлауҙары көслө йыйырсыҡланыуға, бүленеүгә, ҡабарыуға, милонизациялауға, брекчияларға әйләнеүгә дусар була. Хәҙерге заман күҙлегенән ҡарағанда, Ҡ.т.к. массивтары Көнсығыш Европа платформаһының пассив континенталь ситенең батиаль һәм шельф ултырмаларына Уралдың көнсығыш битләүенән шыуып килеүсе утрау дуғаһы һәм океан комплекстарынан ғибәрәт булған аллохтон булып тора (Ю.В.Казанцев, Т.Т.Казанцева, М.А.Камалетдинов, Е.Е.Милановский, В.Н.Пучков һ.б.). Ҡаплау шыуҙырмаһының амплитудаһы 50 м кәм түгел. Ультраһелтеле тоҡомдарҙың йәше ордовикка тура килә. Ҡ.т.к. сиктәрендә хром мәғдәне ятҡылыҡтары билдәле: Хәмит (Әбйәлил р‑ны), Оло Башарт, Менжинский ис. (Бөрйән р‑ны) ятҡылыҡтар һ.б.

Әҙәб.: Камалетдинов М.А., Казанцева Т.Т. Аллохтонные офиолиты Урала. М., 1983; Пучков В.Н. Палеогеодинамика Южного и Среднего Урала. Уфа, 2000.

О.А.Захаров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке