ЛОМОВКА, Белорет р‑нындағы ауыл, Ломовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Белорет т. юл ст. К. табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 2838 кеше; 1920 — 4350; 1939 — 3775; 1959 — 3423; 1989 — 4910; 2002 — 3172; 2010 — 2620 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы Белорет ҡ. пр‑тиеларында, Белорет металлургия комбинатының Пугачёв карьерында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Ломовочка” халыҡ вокаль ансамбле), китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Белорет заводы эргәһендәге ауыл булараҡ нигеҙ һалына, Түб. Новгород, Пенза һәм Рязань губ. И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясниковтың (ҡара: Мясниковтар) крепостной крәҫтиәндәре килеп урынлаша. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында яндырыла, һуңыраҡ тергеҙелә. 1866 й. 305 йортта 1868 кеше йәшәгән. Халҡы заводта эшләгән, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгән. 1900 й. сиркәү, мәктәп, 6 һыу тирмәне теркәлгән. 1963 й. алып Белорет ҡ. составындағы ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика