“ЛОКОМОТИВ”баскетбол б‑са ҡатын‑ҡыҙҙар командаһы. Өфөлә эшләгән: 1979 й. алып Башҡ‑н өлкә советы “Спартак” ДСО‑ның “Спартак”, 1991 й. алып “Уфанефтехим” пр‑тиеһының “Нефтсе”, 2000—05 йй. —  “Локомотив” физкультура‑спорт клубының “Л.” командаһы. “Л.”  командаһы — ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселеге еңеүсеһе (2001, 2004) һәм бронза призёры (2000, 2002). 2003 й. Е.В.Коковихина Рәсәй йыйылма командаһы составында кадеттар, 2005 й. Коковихина һәм М.Ю.Коровкина үҫмер ҡыҙҙар араһында Европа беренселегендә ҡатнаша. “Л.” тәрбиәләнеүселәре араһында 10 Рәсәй спорт мастеры. Команда м‑н тренерҙар Ю.Н.Максимов, Ю.Г.Семёнов эшмәкәрлеге бәйле.

Ю.Н.Максимов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика