“ҠАҺАРМАН БАШҠОРТ”, ижт.‑сәйәси гәзит. А.В.Колчактың Ген. штабы органы. Иркутск ҡ. Колчак армияһы сигенгәндән һуң 1919 й. окт. алып Омск ҡ. иҫке башҡорт телендә нәшер ителә. Гәзиттә илдә монархия власын тергеҙеү идеяһы пропагандалана, Рус армияһының Юғары баш командующийы бойороҡтары һәм ҡарарҙары һ.б. баҫыла. Ябылыу ваҡыты билдәһеҙ. Мөхәррире — М.‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке