ҠАҢНЫ-ТӨРКӘЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаңны-Төркәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1495 кеше; 1920 — 1155; 1939 — 848; 1959 — 616; 1989 — 829; 2002 — 724; 2010 — 878 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Заһиҙә” халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1664 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1455) алып билдәле. Исеменең беренсе өлөшө ҡаңлы этнонимынан, икенсе өлөшө тәүге төпләнеүсе Төркәй Балғажиндың исеменән барлыҡҡа килгән. 1795 й. 36 йортта 224 кеше йәшәгән, 1865 й. 135 йортта — 758 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 тирмән, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында балыҡ тотоу булған. 60‑сы йй. башында Ҡ.‑Т. Бәләкәй Ҡаңны бүлендек ауылы (20 б. башында нигеҙләнгән; Ф.Һ.Туғыҙбаеваның тыуған ауылы) ҡушылған. Ғ.Н.Боғҙанова, Х.Ғиләжев, Ғ.Ғ.Ғиләжев, В.Б.Миңлеғолов ошо ауылда тыуған.

М.Йәхретдинова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке