ҠАҢЛЫ, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: аҡтау‑Ҡ., иҙел‑Ҡ., йөрәктау‑Ҡ., ҡыр‑Ҡ. Тамғалары — . Ҡаңлылар этник яҡтан Арал буйы һәм Урта Азияның бәшнәк-уғыҙ ҡәбиләләренә (ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, төрки ҡәбиләләренә) барып тоташа. “Ҡаңлы” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, ҡырым татарҙарында, нуғайҙарҙа, үзбәктәрҙә билдәле. Ҡ. формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар араһында йәшәүе йоғонто яһай. 13 б. — 14 б. башында ҡаңлылар ҡыпсаҡ ҡәбиләләре составында Урал буйына күсенә һәм Асылыкүл м‑н Ҡандракүл буйында, Сәрмәсән й. басс., ш. уҡ Баҙы й. — үрге, Өҫән й. — урта, Ағиҙел й. түбәнге ағымында төпләнә, бында улар дыуанай, йәлдәк һәм ҡаршын ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусын тәшкил итә. П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, бында 18 б. уртаһында 123 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. — 19 б. Ҡ. ҡәбиләһе йәшәгән терр‑я Бөрө өйәҙенә, Бәләбәй өйәҙенә һәм Өфө өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 7‑се (артабан 8‑се, 9‑сы), 10‑сы (12‑се, 13‑сө) башҡ. кантондарына (1798—1854 йй.) ҡарай. Ҡәбилә биләгән терр‑я хәҙ. Благовар, Бөрө, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Кушнаренко, Саҡмағош, Туймазы, Шаран р‑ндарына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке