“ЛОКОМОТИВ”, Куйбышев т. юлы соц. өлкә дирекцияһының Һамар физкультура‑спорт клубы спорт комплексы. Өфөлә урынлашҡан. 2002 й.  Куйбышев т. юлы Башҡортостан бүлексәһе ирекле физкультура‑спорт клубының “Л.” спорт комплексы булараҡ асыла (ҡара: “Локомотив”), 2010 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә. Бассейны (10х6 м), спорт (30х18 м) һәм тренажёр (18х9 м) залдары, футбол яланы (100х60 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (360 м), хоккей майҙаны һ.б. бар.

С.Б.Буров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика