ҠАҢЛЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Әхмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 21 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡаңлы күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 553 кеше; 1920 — 632; 1939 — 642; 1959 — 506; 1989 — 270; 2002 — 244; 2010 — 208 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1769 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы Әхмәт а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы удмурттар (һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Исеме ҡаңлы этнонимынан алынған. Шулай уҡ Ям, Вотяк булараҡ билдәле булған. 1865 й. 44 йортта 273 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.