“ЛОКОМОТИВ”, физкультура‑спорт клубы. 1936 й. алып Өфөлә Башҡ‑н өлкә советы ДСО‑һы булараҡ эшләй, 1987 й. — спорт клубы, 1999 й. — Куйбышев т. юлы Башҡ‑н бүлексәһенең ирекле физкультура‑спорт клубы, 2006 й. — Башҡ‑н мәҙәни‑ спорт үҙәге, 2008—10 йй. Куйбышев т. юлы соц. өлкә дирекцияһының Башҡ‑н физкультура‑спорт клубы. “Тимер юлсы” һәм “Локомотив” спорт комплекстары (икеһе лә — Өфө) булған, баскетбол, бокс, полиатлон, саңғы ярышы, трамплиндан саңғыла һикереү, фехтование, футбол, шайбалы хоккей һ.б. секциялар эшләгән. Тәрбиәләнеүселәре араһында В.М.Агибалов, В.Г.Вагин, Д.В.Васильев, И.Р.Фәтҡуллин, В.Р.Әйүпов һ.б. “Л.” м‑н тренерҙар Р.Р.Абраров, М.М.Азаматов, Б.М.Мосиевич, М.А.Шәмиғолов, Р.И.Әйүпов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика