ҠАНЫҠАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Биҡҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 36 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 643 кеше; 1920 — 837; 1939 — 651; 1959 — 454; 1989 — 425; 2002 — 427; 2010 — 360 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Mең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1756 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе сотник Ҡаныҡай Аҙнағолов исеме м‑н аталған. 1795 й. 14 йортта 106 кеше йәшәгән, 1865 й. 66 йортта — 430 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. Иҫке Ҡаныҡай а. булараҡ теркәлгән (ш. уҡ Ҡаныҡай бүлендек ауылы булған).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке