ЛОҠМАНОВА Фатима Хәбибулла ҡыҙы (13.6.1944, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Әлшәй с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Первомайский а.), селекционер. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). БАХИ‑ны тамамлаған (1973). 1964—2011 йй. БНИИСХ‑ла эшләй: 1983 й. алып Шишмә тәж.‑производство хужалығының партия ком‑ты секретары, 1992 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡуҙаҡлы иген культураларының һәм мал аҙығы культураларының яңы сорттарын сығарыуға арналған. Л. тарафынан судан үләненең (Северянка, Чишминская ранняя, Чишминский 84 һ.б.) һәм борсаҡтың (Ирэндек, Чишминский 75, Шихан һ.б.) сорттары сығарыла, судан үләне орлоҡтарының юғары уңышын алыу технологияһы эшләнә һәм БР хужалыҡтарында индерелә. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Новые сорта суданской травы //Селекция и семеноводство. 2000. №4 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика