ЛОҠМАНОВА Клара Абдулла ҡыҙы [4.1.1945, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ермолаевка а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], микробиолог, фармаколог. Мед. ф. д‑ры (2000). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1986), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләй: 1974 й. алып бүлек нач., 1983 й. — баш технолог, 1987 й. — бүлек нач. — сифат б‑са дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1995 й. башлап өлкән, 1996 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2001—05 йй. һәм 2007 й. алып баш ғилми хеҙм‑р; 2009 й. башлап БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге паротит вирусын культивациялау ысулдарын камиллаштырыуға, урынлы иммунобиологик препараттар һәм фитопрепараттар өсөн дарыу формаларын эшләп сығарыуға арналған. Л. ҡатнашлығында яраларҙы уңалтыусы (сәсеү люцернаһы һәм Bacillus subtilis бактериялары нигеҙендә) һәм вирустарға ҡаршы тәьҫир итеүсе (кешенең лейкоцитар интерфероны) дарыуҙар эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Токсикологическое изучение фитопрепарата из экстракта люцерны посевной //Экспериментальная и клиническая фармакология. 2000. Т. 63. № 1 (авторҙ.); Исследование гемостатической активности фитопрепарата “Люцерон” //Новые технологии в профилактике и лечении заболеваний челюстно- лицевой области: сб. науч. тр. М.; Уфа, 2003 (авторҙ.); От скрининга к рецепторам // Вестник Башкирского государственного медицинского университета. 2012. Т.1. №2 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика