ҠАНУНИӘТ, ошо дәүләттә эш итеүсе йәки ижт. мөнәсәбәттәрҙең билдәле бер өлкәһен көйләүсе норматив хоҡуҡ акттары йыйылмаһы (енәйәт, гражданлыҡ, ғаилә, хеҙмәт һ.б.). БР‑ҙың норматив хоҡуҡ акттары системаһына түбәндәгеләр инә: БР Конституцияһы, БР закондары, Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарҙары, БР министрлыҡтары, дәүләт комитеттары, ведомстволарының приказдары һ.б. норматив акттары. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң төбәктә башҡорттарҙың һәм күскенселәрҙең хоҡуҡи хәле Рәсәй дәүләте Ҡ. тарафынан көйләнә. Автономиялы республика (ҡара: Автономия) статусын алғас, Башҡортостан үҙ ҡануниәт системаһына (ҡара: Закондар сығарыу власы) эйә була. Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеп, Федератив килешеүгә һәм “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында” Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң БР‑ҙың Ҡ. көйләүҙәре даирәһе һиҙелерлек киңәйә. РФ Конституцияһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы дәүләт булып тора, үҙ Конституцияһына һәм Ҡ. эйә. РФ ҡарамағында: енәйәт, енәйәт-процессуаль, гражданлыҡ, гражданлыҡ-процессуаль, арбитраж- процессуаль Ҡ., суд ҡоролошо, прокуратура; берҙәм баҙарҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен булдырыу; финанс, валюта, кредит, таможня көйләүе, аҡса эмиссияһы; ядро энергетикаһы, йыһандағы эшмәкәрлек; тышҡы сәйәсәт, РФ‑тың халыҡ-ара килешеүҙәре; оборона һәм хәүефһеҙлек; метеорология хеҙмәте, стандарттар, эталондар, метрик система һәм ваҡыт иҫәбе, геодезия, картография һ.б. Федераль закондар РФ хоҡуҡтары даирәһе б‑са ҡабул ителә, улар РФ‑тың бөтә терр‑яһында туранан-тура ғәмәлдә була. РФ‑тың һәм уның субъекттарының, ш. иҫ. БР-ҙың, уртаҡ вәкәләттәренә адм., адм.-процессуаль, хеҙмәт, ғаилә, торлаҡ, ер, һыу, урман Ҡ., ер аҫты, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау т‑дағы Ҡ.; тәрбиә, мәғариф, фән, мәҙәниәт, физик культура һәм спорт б-са дөйөм мәсьәләләр; кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һаҡлау; һалымдар һәм йыйымдар б‑са дөйөм принциптарҙы билдәләү; суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары кадрҙарын формалаштырыу; адвокатура, нотариат; дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары системаһын ойоштороуҙың дөйөм принциптарын булдырыу һ.б. инә. РФ‑тың һәм РФ субъекттарының, ш. иҫ. БР‑ҙың, берлектәге вәкәләттәре б‑са федераль закондар һәм РФ субъекттарының уларға ярашлы ҡабул ителгән норматив хоҡуҡ акттары сығарыла. РФ хоҡуҡтар даирәһе һәм РФ м‑н БР‑ҙың уртаҡ вәкәләттәренә ярашлы РФ вәкәләттәре сиктәренән тыш БР дәүләт власы тулылығына эйә, үҙ хоҡуҡи көйләүен тормошҡа ашыра, федераль закон м‑н БР норматив хоҡуҡ акты араһында ҡаршылыҡ булған осраҡта, һуңғыһы эш итә. БР‑ҙың юғары вәкәләтле һәм берҙән-бер закондар сығарыу органы — БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай. РФ Ҡ. сиктәрендә БР Ҡ. гармониялы үҫеше нигеҙендә хоҡуҡи көйләүҙең берҙәмлеген тәьмин итеү закондар сығарыуҙа өҫтөнлөклө бурыс булып тора.

Әҙәб.: Муратшин Ф.Р. Проблемы формирования системы законодательства субъекта Российской Федерации. Уфа, 1999. 

Ф.Р.Моратшин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке