АҠСӘЙЕТ УРТА МӘКТӘБЕ, Тәтешле р‑ны. 1905 й. мәҙрәсә булараҡ нигеҙ һалына, 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1929 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1936 й. хәҙ. статусын ала. Тәтешле р‑ны Артауыл, Еремйә, Илмәт, Йосоп аа. 4 филиалы эшләй. Компьютер класы, интернет‑үҙәк, тамаша һәм спорт залы, уҡытыу оҫтаханаһы, һынлы сәнғәт галереяһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Мәктәп м‑н Ә.Ҡ.Атнабаев, К.З.Закирйәнов, К.Мәргән эшмәкәрлеге бәйле. 1950 й. алып А.у.м. 3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында З.Ҡ.Атнабаева, С.З.Фәтхетдинов.

Ф.Х.Ғәйнуллин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке