ЛОҠМАНОВ Ғаян Лоҡман улы [30.6.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яугилде а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 19.10.1988, шунда уҡ], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөрө уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған (1951). Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй: 1944 й. алып Яугилде тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта, уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1954—59 йй. ауыл китапханаһы мөдире. “Аҡҡош күле” исемле тәүге китабы 1962 й. сыға. Повесть һәм хикәйәләре “Әсә йөрәге” (1966), “Тирәк шаулай” (1970), “Бесән еҫе” (1986) һ.б. китаптарына ингән. Л. әҫәрҙәре урыҫ, яҡут телдәренә тәржемә ителгән. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). 2006 й. Ҡариҙел р‑ны хакимиәте һәм “Караидель” гәз. тарафынан уның ис. премия булдырыла. Тыуған ауылында Л. исеме м‑н урам аталған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Ҡояш сығыр алдынан: роман, повестар һәм хикәйә. Өфө, 1983.

 

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика