ҠАНСЫРА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Шәбағыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 18 км һәм Күмертау т. юл ст. 3 км алыҫлыҡта Күксар й. (Мәләүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 231; 1939 — 180; 1959 — 219; 1989 — 158; 2002 — 188; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1834 й. һәм 1839 й. араһында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1841) Ырымбур өйәҙенең Ҡыпсаҡ улусы Ҡансыра а. башҡорттары ш. уҡ өйәҙҙең Тамъян улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. 45 йортта 224 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. һыу тирмәне теркәлгән. Т.Ғ.Имаҡов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.