ЛОКАЛЬ ҺУҒЫШТАР, бер нисә дәүләтте солғап алған йәки ил эсендә барған һуғыш. Л.һ. дәүләттең бер ни тиклем көсө һәм мөмкинселеге (ҡуйылған маҡсаттарҙан сығып ҡораллы көстәр, иҡт., сәйәси һәм дипломатик алымдар) файҙаланыла. 20 б. 1‑се ярт. Л.һ. 2 күрше дәүләт араһында була [(Ҡытай-Көнсығыш т. юлында 1929 й. совет-ҡытай конфликты, 1938 й. һәм 1939 й. Хәсән күле һәм Халхин-Гол й. янында совет- япон конфликты, 1939 й. Көнбайыш Украинала һәм Көнбайыш Белоруссияла һуғыш, совет-финлянд һуғышы (1939—40)]. Икенсе донъя һуғышынан һуң Л.һ. ҡатнашыусылар һаны арта, быға ике донъя державаһы — СССР һәм АҠШ мәнфәғәттәренең тап килмәүе сәбәпсе була (1950—53 йй. Корея һуғышы, 1956 й. Венгриялағы хәрби конфликт, 1967—74 йй. ғәрәп-израиль һуғыштары, 1966—72 йй. Вьетнамдағы һуғыш, 1968 й. Чехословакиялағы хәрби конфликт, 1969 й. совет-ҡытай сигендәге конфликт, 1979—89 йй. Афғанстандағы һ.б. һуғыш).

Л.һ. шулай уҡ ил эсендәге төрлө ҡаршылыҡтар һөҙөмтәһендә тыуа (1936— 39 йй. Испаниялағы, 1924—28 йй. һәм 1945—49 йй. Ҡытайҙағы, 1976— 79 йй. Анголалағы граждандар һуғышы, 1994—96 йй., 1999—2003 йй. Чечнялағы һуғыш һ.б.). Күпселек осраҡта Л.һ. килешеү һәм ҡуйылған маҡсаттарға өлөшләтә өлгәшеү м‑н тамамлана; ш. уҡ халыҡ-ара көсөргәнеште көсәйтеүгә килтерә. Тулы булмаған мәғлүмәттәр б‑са, Л.һ. Башҡортостан 2200‑гә яҡын кешеһен юғалта, ш. иҫ.: Хәсән күле һәм Халхин-Гол й. янындағы совет-япон бәрелешендә — 116, совет-финлянд һуғышында — 1478, Афған һуғышында — 306, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә — 124, грузин-осетин һуғышында — 3 кеше. 2003 й. Өфөлә 20 б. Л.һ. һәләк булған БР кешеләренә арналған Ҡайғылы әсә һәйкәле ҡуйыла.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика