ҠАНСУРИН Хәбибулла Баймырҙа улы (1808—?), кантон башлығы, сотник (1857). Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Баймырҙа а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) башҡорто. Хиуа походында (1839—40), Силәбе өйәҙендә 1843 й. дәүләт крәҫтиәндәре ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1833 й. алып йорт старшинаһы, 1842 й. — 7‑се башҡ. кантоны идарасыһы ярҙамсыһы, 1854 й. — 7‑се башҡ. кантонының 1‑се бүлексәһе, 1856 й. — 4‑се башҡ. кантоны, 1860—63 йй. 5‑се башҡ. кантоны башлығы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Тагирова Л.Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная и региональная элита первой половины XIX века. Уфа, 2011. 

Л.Ф.Таһирова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.