ЛОЗИН Евгений Валентинович (19.9.1937, Грозный), тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1994), проф. (2000). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1982), РФ Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2007). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1961) “Аксаковнефть” НГДУ‑ның баш геологы, геол. бүлеге нач., 1975 й. алып Бәләбәй быраулау эштәре идаралығының өлкән геологы, нач. урынбаҫары, 1978 й. — “Башнефть” ПБ‑ның технологик бүлеге нач., 1984 й. — “БашНИПИнефть” ЯСЙ‑ның дир. урынбаҫары, ятҡылыҡтар геологияһы һәм уларҙы үҙләштереү идаралығы нач., 2010 й. башлап ген. дир. советнигы, бер үк ваҡытта 1990—93 йй. БДУ‑ла, 1995—2005 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге Волга‑Урал антеклизаһының тектоник төҙөлөшөн өйрәнеүгә бәйле. Л. тарафынан нефть сығарыуҙы арттырыу технологиялары уйлап табыла. 13 (Каменка, Орловка, Сатай һ.б.) нефть ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. 350 фәнни хеҙмәт һәм 13 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Тектоника и нефтеносность платформенного Башкортостана: в 2 ч. М., 1994; Вторичная разработка нефтяных месторождений. СПб., 2006 (авторҙ.); Разработка уникального Арланского нефтяного месторождения востока Русской плиты. Уфа, 2012.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика