ЛОЗБЕНЬ Иван Феофанович (1.6. 1905, Седлец губ. Сбереже а. — ?, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1935). Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын (1926), Юғары химик‑технология уч‑щеһын (Мәскәү, 1930) тамамлаған. 1949 й. алып Стәрлетамаҡ сода‑цемент комб-ты директоры. 1958—63 йй. Башҡ‑н ХХС рәйесе урынбаҫары. Л. етәкс. Стәрлетамаҡ сода‑цемент комб‑тында кальцинирланған сода, шифер, цемент етештереү ойошторола. Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Т.П.Лелюх

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика