ЛОГУНКОВА Елена Владимировна (15.5.1973, Өфө — 16.12.2010, Мәскәү), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1998). ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.С. Саяпов, В.Д.Чистонов). Кикбоксинг б‑са донъя (1995) һәм БДБ (1994) чемп., сават б‑са донъя чемп. (1995). Кикбоксинг (1995) һәм сават (1995— 96) б‑са Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 2011 й. алып Өфөлә йыл һайын Л. иҫтәлегенә кикбоксинг б-са Бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә.

Г.И.Мокеев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика