АҠСӘЙЕТ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь өлк.) К. табан 7 км алыҫлыҡта Әри й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 1454 кеше; 1939 — 1292; 1959 — 1220; 1989 — 809; 2002 — 793; 2010 — 794 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә) нигеҙ һала. 1747 й. Өфө провинция канцелярияһы указы б‑са бында яһаҡлы татарҙар (һуңыраҡ улар типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп урынлашҡан. 1865 й. 91 йортта 503 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 мәктәп, һыу тирмәне булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке