ҠАНКҮЛ, Инйәр й. басс. һаҙлыҡ. Архангел р‑ны Үрге Ырныҡшы а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 414 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,2 м, иң ҡалыны — 2,5 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, ат ҡуҙғалағы, ҡаҙ үләне, ҡара ерек, көньяҡ ҡамышы, күрәндәр, мурт эт муйылы, талдар, ябай меңьяпраҡ һ.б. үҫә. Мышы, төлкө, үрғуян, һуна өйрәк, тәгәрлек һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.