ЛОГИНОВ Олег Николаевич (17.5. 1963, Өфө), биотехнолог. Биол. ф. д‑ры (2004), проф. (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй, 1987 й. алып Биология ин‑тында: 1995 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1997 й. — лаб. мөдире; бер үк ваҡытта 1995 й. алып БР ФА Тәжрибә з‑дында төркөм етәксеһе, 2001—09 йй. — ген. директор. Фәнни эшмәкәрлеге биологик препараттарҙы а.х. һәм тәбиғәт объекттарын биологик таҙартыуҙа ҡулланыуҙың микробиол., биохимик һәм биотехнологик аспекттарын өйрәнеүгә арналған. Л. етәкс. тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу, үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн (Азолен, Елена), тирәҡ мөхитте бысратыусы химик матдәләрҙең тарҡалыуына булышлыҡ иткән (Ленойл) һ.б. биопрепараттар уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2014).

Х е ҙ м.: Биотехнологические методы очистки окружающей среды от техногенных загрязнений. Уфа, 2000 (авторҙ.); Бактерии Pseudomonas и Azotobacter как объекты сельскохозяйственной биотехнологии. М., 2005; Биорекультивация: микробиологические технологии очистки нефтезагрязнённых почв и техногенных отходов. Уфа, 2009 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика