ЛОГИНОВ Василий Григорьевич [22.4.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Николаевка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны)], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). ӨНИ‑не тамамлаған (1971). 1949 й. алып “Башнефть” ПБ‑нда эшләй: 1962 й. башлап Ишембай быраулау контораһы, 1964 й. — Бәләбәй быраулау контораһы дир. урынбаҫары, 1968 й. алып “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.) Ҡандра быраулау контораһы дир., 1970 й. башлап Октябрьский быраулау эштәре идаралығы нач. урынбаҫары, 1972—91 йй. Туймазы быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Нефть, газ сығарыу б‑са геология‑разведка эштәрендә һәм 26 нефть ятҡылығын үҙләштереүҙә ҡатнаша. Ленин (1986), Окт. Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.М.Ризуанов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика